Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Август 2022, 18:51

Урман күҙәтеү техникаһы асҡыстары тапшырылды

Өфөлә Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларға машина асҡыстары тапшырылды.

Урман күҙәтеү техникаһы асҡыстары тапшырылды
Урман күҙәтеү техникаһы асҡыстары тапшырылды

Республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениелар 22 берәмек урман күҙәтеү техникаһы алды. Техника алыу өсөн федераль бюджеттан 29 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

«УАЗ 390945 – Фермер», «Лада Легенд 4*4» һәм «Лада Нива Тревел» автомобилдәре Әбйәлил, Белорет, Асҡын, Баймаҡ, Бәләбәй, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы, Яңауыл райондарына юлланды.

Райондың Әүжән, Тирлән, Инйәр урмансылыҡтары ла Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ҡулынан махсус техника асҡыстары алды.

Урман хужалығы министры билдәләүенсә, бындай саралар даими үткәрелә һәм һуңғы өс йылда республика урман хужалыҡтары автопарктары 75 яңы автомобилгә тулыланған.  

- Техниканы август урталарында тапшырабыҙ. Янғын хәүефе янаған миҙгел аҙағына яҡынлашҡан кеүек булһа ла, улай түгел әле. 2021 йылдың август, сентябрь янғындарытулы әҙерлек беренсе ҡар яуғанға тиклем булырға тейешлеген күрһәтте лә инде. Автомобилдәр урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм урман ҡануниәтен боҙоу факттарын асыҡлау буйынса ҙур ярҙам булып торасаҡ, - тине төбәктең урман ведомствоһы етәксеһе.

“Янғын иҫкәртеү – төп бурыстарҙың береһе.  Тәртип боҙоусыларҙы тотоу өсөн машина кәрәк”, - тине Тирлән урман хужалығы етәксеһе Наил Әхмәтшин.

Фото: Урман хужалығы министрылығы сайтынан.

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: