Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Август 2022, 09:05

Рус география йәмғиәте фестивале асылды

Башҡортостан делегацияһы 18-28 августа Мәскәүҙә үткән Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнаша. 

Рус география йәмғиәте фестивале асылды
Рус география йәмғиәте фестивале асылды

Фестиваль ҡунаҡтары өсөн “Зарядье”ның төп сәхнәһендә фольклор коллективтары сығыш яһай, лекторийҙа мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үтә. Проекттың төп бурысы - Рәсәй төбәктәренең төрлөлөгөн күрһәтеү һәм ватандаштарында ил буйлап сәйәхәт ҡылыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

- Беренсе асыусылар  XIX быуатта бөтә илебеҙ буйлап ҙур сәйәхәт ҡылды. Быға уларға һигеҙ йыл кәрәк булған. Бөгөн һеҙ самолетҡа ултырҙығыҙ һәм дүрт сәғәттән һуң - Красноярскиҙа, ә биш сәғәт ярымдан Иркутскиҙа. Ваҡыт ҡыҫылған, артабан бер ҡайҙа ла барырға түгел кеүек. Беҙ уны бер нисә сәғәт эсендә тотош илде күрһен өсөн тағы ла ҡыҫырға тырыштыҡ. Бигерәк ҡыҙыҡ буласаҡ. Килегеҙ! - тине үҙенең видеосәләмләүендә Рус география йәмғиәте президенты Сергей Шойгу.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль барған көндәрҙә баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының башҡорт халҡының милли йолалары һәм мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге бар. Кремлдең стеналары буйында бөтә йыһаздары менән башҡорт тирмәһе урынлашҡан. Тарихи йыһаздар һәм көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин ителгән ихаталар башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен сағылдыра. Бында халыҡтың биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының әйберҙәре - биҙәкле туҡымалар, балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, милли биҙәүестәр һәм башҡалар күрһәтелгән. Теләгәндәр "Һабантуй" спорт-уйын программаһында һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.

Лекторийҙа балалар һәм өлкәндәр өсөн халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. Бында шулай уҡ Мәскәү һәм Рәсәй туроператорҙары өсөн республиканың туристик потенциалы күрһәтелгән. Фестиваль барышында Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Өс таған" башҡорт фильмы һәм Поляр штурманы Валериан Альбанов тураһында "Көньяҡҡа, Француз Иосиф Еренә" документаль фильмы һәм уның исемен йөрөткән Полярниктар музейын булдырыу тарихы күрһәтелә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов республиканың Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнашыуын йылдың төп ваҡиғаларының береһе тип атаны.

-Башҡортостан экспозицияһы Ҡыҙыл майҙан һәм "Зарядье" паркы араһында урынлашҡан. Ойоштороусылар баһалауынса, беҙҙең майҙансыҡ аша 10 көндә миллиондан ашыу кеше үтәсәк. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки ун көн буйына республиканың геопарктары, тәбиғәте, туристик ҡеүәте тураһында лекциялар уҙғарыласаҡ. Мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн тыуған төйәгебеҙҙең матурлығын, тулылығын күрһәтә алырбыҙ тип уйлайым. Һәм, әлбиттә, Красная майҙанда уҡ башҡорт халҡының мәҙәниәте бик үҙенсәлекле итеп күрһәтелгән. Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнашыу ҙа абруйлы, сөнки бында бөтә төбәктәр ҙә күрһәтелмәгән. Башҡортостан был абруйлы халыҡ-ара форумда даими ҡатнаша. Был мәҙәниәттәр диалогы, үҙ-ара алмашыу өсөн бик мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Бадранов.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина билдәләүенсә, Башҡортостан тирмәһе тәүге көндә үк  күптәр өсөн “тартыу үҙәге”нә әүерелде.

- Был фестиваль бишенсе тапҡыр үтә, һәм беҙҙең өсөн иң мөһиме - төбәгебеҙҙе, уның бөтә потенциалын, милли мәҙәниәтен, туризмын, байлыҡтарын, республикабыҙ киңлектәрен күрһәтеү, уның уникаль географияһы хаҡында һөйләү. Башҡортостан исеменән форумда ҙур делегация сығыш яһай. Ғәҙәттәгесә, башҡорт ихатаһы эшләй. Ул барыһынан да айырылып тора һәм шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә, сөнки был - интерактив, йырҙар, йәнле аралашыу. Ошондай күләмле фестивалдә ҡатнашыу беҙҙең республикаға тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итер тип ышанабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.

Башҡарма директор урынбаҫары - Рус география йәмғиәтенең Төбәк үҫеше департаменты директоры Сергей Корлыханов фекеренсә, фестивалдең биш йыллыҡ тарихында Башҡортостан тирмәһе үҙенсәлекле брендҡа әүерелде, унһыҙ был сараны күҙ алдына килтереп булмай.

- Туризм күҙлегенән Башҡортостандың иң күркәм ун төбәк иҫәбенә инеүе билдәле инде. Туристик потенциалға килгәндә, бында төрлө алымдарҙы ҡулланырға мөмкин. Минең ҡарашҡа, Башҡортостандың юғары асылмаған потенциалы бар. Әгәр ул хәҙер тәүге унау иҫәбенә инһә, киләсәктә туризм күҙлегенән Рәсәйҙең алдынғы төбәге булыуы ихтимал. Башҡортостанда йыш булам һәм әле үк был йүнәлештә эшләгәндәрен беләм: туристик базалар, ял итеү урындары, санитар урындар өсөн инфраструктура булдырыла, юлдар, ял базалары төҙөлә. Бының өсөн глэмпинг төҙөү программаһы, льготалы кредитлау бар. Турист күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан йыл әйләнәһенә эшләй. Ул - ысын ҡыш, тау саңғыһы ялы, йәй, күлдәр, йылғалар, йылға булап ағыу, көҙ, туристик походтар, экологик һуҡмаҡтар, шифаханалар. "Зарядье" паркы биләмәһендә фестивалдең төп майҙансыҡтары урынлашҡан. Баш ҡала үҙәгендәге тирмә - бик шәп. Ул брендҡа әүерелгән дә инде, - тип аңлатма бирҙе Сергей Корлыханов.

Фестивалде асыу көнөндә ҙур сәхнәлә "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө сығыш яһаны.

- Беҙ сағыу концерт программаһы әҙерләнек, унда халыҡ геройҙарын һәм тыуған төйәктең матурлығын данлаған иң яҡшы башҡорт музыкаһы өлгөләре инде. Тамашасылар беҙҙе бик йылы ҡабул итте, күптәр беҙҙең йырҙарға бейеүгә төштө, - тип һөйләне коллектив етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамазанов.

26 августа Рус география йәмғиәте фестивале барышында Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарыла. Был көндө фестиваль ҡунаҡтарын "Һабантуй" спорт-уйын программаһы, Башҡортостан географияһы буйынса приздар менән викторина көтә. Байрамды төбәктең һәм Мәскәү ҡалаһының сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт биҙәйәсәк.

Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә Мәскәүҙә "Торатау" геопаркы тураһында комикс мотивы буйынса йәнһүрәт күрһәтеләсәк. Ойоштороусылар шулай уҡ "Торатау" геопаркынан ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу менән тамашасылар менән интерактив викторина үткәрә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: