Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Август 2022, 14:57

Юлдарға ҡырсынташ түшәү өсөн муниципалитеттарға аҡса бүленгән

2022 йылда Башҡортостан муниципалитеттары юлдарға ваҡ таш түшәү өсөн бөтәһе 270 миллион һум аҡса алған. 

Юлдарға ҡырсынташ түшәү өсөн муниципалитеттарға  аҡса бүленгән
Юлдарға ҡырсынташ түшәү өсөн муниципалитеттарға аҡса бүленгән

Респубика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Благовещен, Борай һәм Стәрлебаш райондарында эшкә тотонғандар ҙа инде. Тиҙҙән башҡалар ҙа эшләй башлай.

«Беҙ муниципалитеттарыбыҙға тораҡ пункттарға юлдар мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәбеҙ. Бының өсөн райондарға дүртенсе йыл инде юлдарға ҡырсынташ һибеү өсөн аҡса бүләбеҙ. 1,8 мең саҡрым юл һалдыҡ. Ваҡ таш түшәү юлдарға асфальт түшәү һәм капиталь ремонт үткәреү буйынса пландарыбыҙҙы үҙгәртмәй», – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: