+20 °С
Ясно


Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, бер һунарсыға миҙгел дауамында аулау нормалары түбәндәгесә: тейен һәм дала көҙәне — 20, ҡондоҙ — 25, әлгәнйәк, йәтсә, шәшке, аҫ — 10, һуҡыр сысҡан — 1000, һыуһар — 5, ондатра — 500, дала байбағы — 3.
Ҡоштарға һунар итеү өсөн тәүлек лимиты билдәләнгән: һаралйын, ҡурпысыҡ, күгәрсен, урман күгәрсене, ҡаҙ, зырҡыуыт, бүҙәнә, ҡарағаҙ һәм өйрәк — 5, һоро ағуна һәм ваҡ һаралйын — 3, һуйыр — 1.
Яңыртылған лимиттарҙың тулы исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.