Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Август 2022, 14:30

Сираттағы ылау юлланды

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына 25-се гуманитар колонна юлланды.

Сираттағы ылау юлланды
Сираттағы ылау юлланды

Был юлы ылауға Петровское ҡалаһында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте ремонтлау өсөн төҙөлөш материалдары тейәлгән. Бында металлокассеттар, электр-техник ҡорамалдар, сантехника, ишектәр, мәктәп йыһазы, шулай уҡ төрлө ҡорамалдар тураһында һүҙ бара.

Бынан тыш, гуманитар ярҙамдың бер өлөшө Мариуполь ҡалаһына оҙатылды. Әлеге ваҡытта Башҡортостандан йөктөң дөйөм күләме — 2 230,194 тонна.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: