Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Август 2022, 11:04

1 сентябрҙә алкоголь һатылмай

1 сентябрҙә — Белем көнөндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында алкоголь һатыу тыйыла.

1 сентябрҙә алкоголь һатылмай
1 сентябрҙә алкоголь һатылмай

Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «ҡоро закон»ды боҙғандар өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә иһә 100-300 мең һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, шулай уҡ муниципалитеттарҙа һабантуй ойошторолған көндәрҙә лә хәмер һатыу сикләнә.

Фото: ufa.kp.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: