Ата-әсәләр бәләкәйҙән балаларына ошондай ҡиммәтле “уйынсыҡ” алып бирерҙән алда, уйланһындар ине. Улар ғәзиздәренең ғүмере өсөн ҡурҡмаймы икән!? Ә бит үҫмерҙәр урам буйлап елдәй елдереп йөрөй. Күпме улар ғәйебе менән юл фажиғәләре йыш теркәлә.
Рейд барышында ла мотоцикл, скутерға “атланған” үҫмерҙең ДПС экипажынан тыҡрыҡҡа инеп ҡасыуына шаһит булдыҡ. Ә өлкән ағайҙары тәртип боҙоусыларҙы ҡыуа төшмәҫкә тейеш. Юғиһә, юл фажиғәһенә килтереүе ихтимал...
Рәсәй буйынса дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан көсәйтелгән режимда рейдтар башланды.
ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары, полиция лейтенанттары Рәмил Мөхәмәҙиев һәм Денис Мөхәмәҙиев менән юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған тәртип боҙоусыларҙы асыҡлау, иҫерек һәм транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән водителдәрҙе асыҡлау, пассажирҙар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында рейдҡа сыҡты. Инспекторҙар машиналарҙы туҡтатҡанда рейд барыуы тураһында иҫкәртеп, документтарын, йөк ташыу буйынса ҡағиҙәләр үтәлеше тикшерелде. Дәүләт инспекторҙары ҡала урамдары, биҫтәләр һәм шәхси секторҙар буйлап рейд ойошторҙо.
Иҫерек килеш руль артына ултырыусыларҙың булмауы ҡыуандырһа ла, тәртип боҙоусылар табылды...
Рейд һөҙөмтәләре менән икенсе аҙнала танышығыҙ.