-6 °С
Болотло
Ғаризалар 10 сентябргә тиклем мирпутешествий.рф сайтында ҡабул ителә.
Кешбэк программаһында республиканың 12 туроператоры һәм шифаханаһы, шулай уҡ 31 отеле ҡатнаша. Уның шарттарына ярашлы, турҙың хаҡынан 20% тиклемен кире ҡайтарырға мөмкин, әммә сумма 20 мең һумдан ашмаҫҡа тейеш.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, сәйәхәткә — 1 октябрҙән 25 декабргәсә, ә круизға 1 сентябрҙән навигация тамамланғансы сығырға мөмкин.
Башҡортостанда туристик кешбэкты нисек алыу тураһында енеклерәк мәғлүмәтте бында уҡығыҙ.