-6 °С
Болотло
Улар белдереүенсә, буранға Екатеринбургтан туристар һәм Мәскәүҙән ижади төркөмө эләккән. Тауға менгәндә һауа торошо ҡапыл үҙгәргән.
«Бөгөн Ирәмәлдә Екатеринбургтан шеф-ашнаҡсыларҙы һәм Мәскәүҙән ижади төркөмдө ҡалдырғайныҡ. Тау бындай компанияға ғәжәпләнде һәм үҙен күрһәтеп тә алды: ҡар бураны, аҙ күренеүсәнлек, ҡар аҫтындағы тәмле күк көртмәле һәм ҡапыл үҙгәргән һауа торошо. Тәҙрәнән матур күренеш: эре ҡар бөртөктәре һәм көҙгө болондарҙың сағыу буяуҙары», тип яҙҙы Рина Гринберг социаль селтәрҙәрҙә.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн ҡар тағы ла көсәйгән һәм ергә ятып та өлгөргән.