

Һайлауҙарҙа 8 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. 1284-се, 1289-сы, 1299-сы, 1303-сө, 1305-1307-се участка һайлау комиссиялары эшен иртәнге ете сәғәттә башланы.
Абзаҡ ауыл Советына ун мандатҡа 34 кандидат дәғүә итә. “ЛДПР”, «СПРАВЕДЛИВАЯ РОССИЯ - ПАТРИОТЫ - ЗА ПРАВДУ», «Берҙәм Рәсәй», “КПРФ” сәйәси партиялары вәкилдәре һәм үҙҙәрен кандидатлыҡҡа күрһәткәндәр бар. Һайлауҙа 1500 һайлаусы ҡатнашыуы көтөлә, 31 августан 10 сентябргә тиклем 122 кеше тауышын алдан биргән. Көндөрҙө сәғәт 12-ләрҙә һайлаусыларҙың 27,89 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан.
Ҡала Советына депутатлыҡҡа һайлау 1284-се участкала үтә. 6-сы һайлау участкаһы буйынса 4 кандидат үҙенең кандидатураһын күрһәткән. Улар - ЛДПР, “Берҙәм Рәсәй”, «СПРАВЕДЛИВАЯ РОССИЯ - ПАТРИОТЫ - ЗА ПРАВДУ» һәм үҙҙәрен кандидатлыҡҡа күрһәткән вәкилдәр. Учаткаға ҡараған 2520 һайлаусының көндөҙгө 12-ләргә 17,9 проценты һайлаған.
Район Советына депутаттар һайлау 1289-сы, 1299-сы һәм 1303-сө участкаларҙа бара. ЛДПР, “Берҙәм Рәсәй”, «СПРАВЕДЛИВАЯ РОССИЯ – ПАТРИОТЫ – ЗА ПРАВДУ» сәйәси партияларынан 3 кандидат үҙ кандидатураһын биргн. Дүрт мең һайлаусының (12.00 сәғәткә) 9,5 проценты үҙ тауышын биргән.
Тауыш бирең урындағы ваҡыт менән киске сәғәт 9-ға тиклем барасаҡ. Урындарҙа күҙәтеүселәр эшләй.