Республика Ҡоролтайының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты «Республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын хупланы. Профилле комитет документты парламенттың киләһе пленар ултырышында аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим итте.
«Закон проекты граждандарҙың айырым категориялары өсөн капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә льготаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға тигән тәҡдим индерҙе, — тине Башҡортостан парламенты спикеры. — 70 йәштән өлкәндәргә — капиталь ремонт өсөн иғәнә суммаһының 50 проценты, 80 йәште уҙғандарға 100 проценты компенсациялана».
Льгота айырым йәки эшләмәгән пенсионерҙарҙан йә иһә I–II төркөм инвалидтарынан торған ғаиләлә йәшәгән, эшләмәгән пенсионерҙарға бирелә. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, 2022 йылда бындай социаль ярҙам күрһәтеү ваҡыты тамамлана. Уны йәнә ике йылға — 2024 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға тәҡдим ителә.
Республика ҡаҙнаһынан ошо законды бойомға ашырыу өсөн 2023 йылда — 40,3 миллион, 2024 йылда 44,9 миллион һум бүлеү планлаштырыла.