

29-30 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы – Өфөлә «Минең документтарым» Бөтә Рәсәй дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре форумы үтә. Сара алдынан Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәге бөтә Рәсәй флешмобын башлап ебәрҙе.
Акцияның маҡсаты – сараға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә форумды танытыу.
Флешмобта форумда ҡатнашҡан Рәсәй төбәктәренең күп функциялы үҙәге вәкилдәре ҡатнаша ала.
Теләүселәргә ҡыҫҡа ғына видео (үҙәк белгесе ҡағыҙҙан самолет яһап, унда үҙенең төбәген яҙып, камераға осорорға тейеш) төшөрөргә кәрәк буласаҡ. Артабан барлыҡ видеолар ҙа берәүгә тупланасаҡ.
Рәсәй Экономик үҫеш министрлығының социаль селтәрҙәрен: https://vk.com/minec_russia һәм https://t.me/minec_russia, шулай уҡ Башҡортостандың “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең: https://vk.com/mfcbashkortostan күрһәтергә кәрәк. #летимвбашкортостан #минэкрф #цср #мфцбашкортостана хэштегтарын ҡулланыу мотлаҡ.
Остоҡ!✈️