Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Сентябрь 2022, 12:47

Межгорьела йылытыу миҙгеле башланды

Межгорьела йылытыу миҙгеле башланды. Был хаҡта ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Вячеслав Калугин хәбәр итте.

Межгорьела йылытыу миҙгеле башланды
Межгорьела йылытыу миҙгеле башланды

«2022 йылдың 13 сентябренән мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ фонды объекттары йылытыла башлай», — тип яҙҙы ул.

Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ваҡыты еткәс тә йылы бирергә ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш көн рәттән уртаса тәүлек температураһы 8 градустан артмаған осраҡта күп фатирлы йорттарға йылы бирелә. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда +20 градусҡаса йылыта.

Башинформ. 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас