Лаванда йылылыҡ һәм яҡтылыҡ ярата, тип иҫәпләнһә лә, инвестор үҫемлектең беҙҙең тәбиғәт һәм һауа шарттарына яраҡлашып китеренә ышана.
Ул лаванданы дауа, косметик сараларын етештереү, сәйҙәргә ҡушылма сифатында, сәскә магазиндарын флористика материалдары менән тәьмин итеү өсөн сәнәғәт масштабында үҫтерергә иҫәп тота.
Лаванда баҫыуын фотоға төшөргә яратыусылар ҙа, төшөрөүселәр ҙә баһалаясаҡ. Инвестор фотозонаға яңы өйләнешкәндәрҙе һәм матур һүрәттәр эшләргә теләүселәрҙең барыһын да саҡырырға уйлай.
Проект инициаторының һәм коллегаларының ауыл хужалығы менән бәйле кооперативы ла бар. Баҡса еләген үҫтереүҙә лә тәжрибәһе бар.
Шулай ҙа, лаванда баҫыуы фермерҙың төп маҡсаты булып тора һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы кәрәк. Ошо һорау менән хакимиәткә мөрәжәғәт итте лә инде.