Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Сентябрь 2022, 10:14

4,5 миллион тоннаға яҡын иген йыйып алынған

15 сентябргә республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 87% һуғылған. Тулайым йыйым — 4,46 миллион тонна, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

4,5 миллион тоннаға яҡын иген йыйып алынған
4,5 миллион тоннаға яҡын иген йыйып алынған

Ужым культураларын йыйыу тамамланған тиерлек, 857,5 мең тонна ужым ашлығы һуғып алынған, гектарынан уртаса уңыш — 32,8 центнер. 3 миллион 603 мең тонна яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары йыйып алынған, һәр гектарҙан уңыш — 28,6 центнер. Тулайым һуғып алыу буйынса Стәрлетамаҡ (257,7 мең тонна), Илеш (227,4 мең тонна), Мәләүез (185,4 мең тонна) һәм Саҡмағош (181,5 мең тонна) райондары алда бара.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: