Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Сентябрь 2022, 19:55

Бурысыбыҙ - һаҡлау, тергеҙеү

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Бар булмышы менән илебеҙҙең генә түгел, Ер шарының йәшел байлығын һаҡлаған һәм арттырғандарҙың байрамы ул. Йылдан-йыл илебеҙҙә урман янғындары һаны арта, законһыҙ ағастар ҡырҡыла. Урман эшсәндәре – бөгөнгө көндә иң кәрәкле һәм мөһим һөнәр. Эшсәндәрҙең эшмәкәрлеге генә янғындарҙан, рөхсәтһеҙ ҡырҡылған урманды яңынан тергеҙергә ярҙам итә, уларҙың тәжрибәһе йәшел ҡалҡанды мәғәнәһеҙ юҡ итеүгә юл ҡуймай. Һөнәри байрамдары айҡанлы ғүмеренең 26йылын урман структураһына бағышлаған, бер йыл Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡ менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы - Белорет урмансылығы буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарған Азамат Фәттәх улы Исмәғилов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бурысыбыҙ - һаҡлау, тергеҙеү
Бурысыбыҙ - һаҡлау, тергеҙеү

- Урмандар ҡырҡыла, аяуһыҙ ҡырыла. Был тәртипһеҙлек ауылдарға барып инеү менән күҙгә ташлана. Был осраҡта беҙ, урманды теләһә кемдәргә ҡырҡырға рөхсәт бирәләр ҙә тип, урман хужалығын ғәйепләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Башҡа кире миҫалдар ҙа байтаҡ. Шулай ҙа бөгөн, һөнәри байрамығыҙ алдынан, был турала һөйләшке килмәй...

- Белорет урмансылығының эше урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, мөмкинлектәрен нығытыу, урман хужалығының һөҙөмтәлелеген күтәреү, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға юл ҡуймауҙан ғибәрәт. Шулай уҡ урмансылыҡ Рәсәйҙең урман мөнәсәбәттәре өлкәһендә айырым вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ла ҡатнаша. Белорет урмансылығына Ишле, Сермән, Шығай, Абҙаҡ, Нура, Ломовка, Тимер юл, Сосновка ауыл хакимиәттәренең урман участкалары ҡарай. Дәүләт учреждениеһы ҡарамағындағы урман 203 000 гектарҙы биләй.

- Ҡуртымға алыусыларҙың урман менән тулы ҡеүәттә файҙаланғанын беләбеҙ. Ә бына үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарын тулыһынса үтәйме?

- “Өфө фанера комбинаты”, “Өфө фанера-плита комбинаты”, “Селена” йәмғиәттәре, Яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһы, шәхси эшҡыуар А. Смотряев ағас әҙерләү һәм эшкәртеү буйынса урмансылыҡ биләмәһен ҡуртымға алған. Ҡуртымсылар урмандарҙы тергеҙеү буйынса эш алып бара. Быйыл ул 271,9 гектар тәшкил иткән. 121,5 гектар майҙанда үҫентеләрҙе көҙөн ултыртыу планлаштырылған. Урмансылыҡта урманды файҙаланып рекреация эшмәкәрлеге алып барған, ауыл хужалығы, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәргә участкалар бүленә.

- Башҡа категорияға ҡараған, ташламаларға дәғүә иткән граждандар үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланамы?

– Быйыл торлаҡ һәм ихата ҡаралтылары төҙөлөшө, йортто реконструкциялау һәм ремонтлау кеүек төрлө йүнәлештәргә ағас бүленә. 2022 йылда янғындан зыян күреүсе граждандарға торлаҡ төҙөлөшө өсөн 1453 кубометр ағас бирелде.

1105 кубометр - ағас әҙерләүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡтары булған (ер участкалары булған күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, Башҡортостан ҡануниәтенең 10-сы статьяһына ярашлы, торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы бүленгән) граждандар өсөн. Бынан тыш торлаҡ йорттарҙы йылытыуға 9010 кубометр ҡайын бүленгән.

- Янғындар һәр ваҡыт күҙәтеүҙе, иғтибарҙы талап итә. Был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла?

- Урман янғыны айырым иғтибар үҙәгендә. Урмансылыҡ урмандың санитар торошон, янғын хәүефһеҙлеген һәм урман янғындарын һүндереү мониторингы менән дә шөғөлләнә. Быйыл урмансылыҡтың 20 гектар майҙанында 8 урман янғыны теркәлде. Янғын сәбәптәре - ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, урындағы халыҡтың, ҡунаҡтарҙың урманда үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен белмәү. Шулай уҡ, хужалыҡтың эше урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм уларға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. 2022 йылда урман һағы инспекторҙары тарафынан 100 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған, шуларҙың 38-ендә ағас законһыҙ ҡырҡылған.

- Байрам уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙҙе лә ҡотлап үтһәгеҙсе...

- Тармаҡ эшсәндәре райондың иҡтисади һәм социаль үҫешенә тос өлөш индерә, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Урман фондын һаҡлау, тергеҙеү, һаҡсыл файҙаланыу, урман янғындарын иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был көндә айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен хеҙмәт йылдарын ауыр һәм мөһим һөнәргә бағышлаған, уға тоғро ҡалған урман хужалығы ветерандарына еткерәбеҙ. Район урмансыларының хеҙмәт һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса билдәләнгән бурыстарҙы артабан да уңышлы үтәүгә, халыҡта тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә бөтә көстәрен һалып эшләйәсәктәренә ышанабыҙ. Ихтирам һәм хөрмәт менән урмансыларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, йәш белгестәргә иһә һөҙөмтәле эш, яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйбеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Азамат Фәттәх улы! Һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Эльвира ХӘМЗИНА яҙып алды.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас