

Бөтәһе 2 миллондан ашыу һалым ҡағыҙҙары ебәрелгән, шуларҙың 1,5 миллионы почта аша хат менән, 527 меңе Рәсәй Һалым инспекцияһының интернет-сервисы аша электрон рәүештә ебәрелгән.
Һалым органдары граждандарға почта бүлексәләренә килгән һалым ҡағыҙҙарын ваҡытында барып алырға тәҡдим итә. Һалым ҡағыҙҙарын шулай уҡ һалым органдарында йәки күп функциялы үҙәктәрҙә (МФЦ) алырға мөмкин, был ойошмаларҙа уны мөрәжәғәт иткән көндө, 15 минут эсендә бирәләр.
2021 йылға физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым 6,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, йәғни бынан алдағы йыл кимәленә ҡарата үҫеш 11,4 процент йәки 664 миллион һум.
2021 йылға физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым түбәндәгесә:
- транспорт һалымы — 3,3 миллиард һум;
- физик берәмектәр мөлкәтенә һалым — 2,2 миллиард һум;
- ергә һалым — 994 миллион һум.
Мөлкәткә һалымды һалым органдары һалым түләүсе ебәргән бөтә ташламаларға нигеҙләнеп иҫәпләгән. Физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һәм ергә һалымдың бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда 10 проценттан артмауын сикләгән коэффициент та иҫәпкә алынған.
Алынған һалым ҡағыҙында һалым суммаһы һәм уны түләү өсөн мәғлүмәт сағылдырыласаҡ (QR-код, штрих-код, УИН, түләүҙең банк реквизиттары). Шулай итеп, түләүсе һалым түләүҙең үҙенә уңайлы ысулын һайлай ала.
Шәхси кабинет менән ҡулланыусыларҙың түләүгә дөйөм һалым суммаһы сервистың тәүге битендә билдәләнгән. Шунда уҡ түләүгә күсергә, шулай уҡ иҫәпләнгән сумманы аныҡларға мөмкин.
Фото: kalaputski.ru