Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Октябрь 2022, 15:53

Истанбулда Башҡортостандың презентацияһы була

Был аҙнала Истанбулда потенциаль бизнес-партнерҙар өсөн Башҡортостан Республикаһының презентацияһы ойошторола. 

Истанбулда Башҡортостандың презентацияһы була
Истанбулда Башҡортостандың презентацияһы була

 Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.

«Был илдә 39 республика предприятиеһының бизнес-миссияһы эшләй. Тендерҙа Белореттың «Урал пружина заводы» еңеп сыҡты, бөгөн иртән Төркиә вагондары өсөн пружиналар оҙатыу буйынса контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Шәп, бик яҡшы ҡаҙаныш», — тине Радий Хәбиров.

Был юлы идара итеү командаһы презентацияға бармай, тип хәбәр итте ул. «Беҙҙең эштәр күп, уларҙы бында хәл итербеҙ. Ләкин бизнес һәм тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр даими үҫешергә, кемдәр менән бәйләнештәр туҡтатылған, уларҙың урынына яңы партнерҙар эҙләргә тейешбеҙ», —тип билдәләне республика етәксеһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: