-2 °С
Болотло
Был хаҡта отрядты ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаған отставкалағы полковник Артур Йомағужин хәбәр итте.
«Тиҙҙән беҙ артабанғы пландарыбыҙҙы иғлан итербеҙ һәм батальонда хеҙмәт итеү шарттары менән таныштырырбыҙ», — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Йомағужин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда үҙ ирке менән махсус операцияла ҡатнашырға теләгәндәрҙең өсөнсө отрядын ойоштороу тураһында 30 сентябрҙә билдәле булды. Кандидаттарҙы хәрби тәжрибәһе булғандар араһынан һайлап алалар. Адресы: Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6 (ДОСААФ).