Бөгөн бөтөн илдә Ватан яугирҙәренең бөйөк батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү традицияһы тергеҙелә. Ржев мемориалы халыҡ аҡсаһына Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡан ҡойошло яуҙары урынында төҙөләсәк. Донбассты нацизмдан азат итеүгә арналған тергеҙелгән “Саур-Могила” мемориаль комплексы асылды. Ошо уҡ рәттә Өфөлә Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла. Төп уй буйынса ул – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына ғына түгел, Ватаныбыҙ өсөн ғүмерен биргән бөтә яугир-яҡташтарыбыҙға ла хөрмәт күрһәтеү.
"Был – бөйөк тамырҙар, Ватаныбыҙҙың улдары һәм ҡыҙҙарының тәрән аҡылы, батырлыҡтары тураһында бәйән итеүсе бөйөк монументаль һәйкәл", – ти һәйкәлдең авторы, билдәле скульптор һәм яҡташыбыҙ Салауат Щербаков.
Бөгөн күп илдәрҙә тарихты үҙгәртергә, азат итеүсе совет яугире тураһында хәтерҙе юғалтырға маташҡан шарттарҙа бындай һәйкәлде асыу ҙур әһәмиәткә эйә. Уның тәрән символизмы бөгөн бөйөк батырҙарҙың тоҡомдары, ысын яугирҙәр рух буйынса туғандарын һәм яҡындарын яҡлау өсөн Рәсәй халыҡтары менән иңгә-иң терәп хеҙмәт итеүендә лә. Донбасс азатлығы өсөн ғүмерен биргән Шайморатов вариҫтары туғандаш Украинаны нацизмдан азат итеү, Рәсәйҙең суверенитеты, именлеге һәм киләсәге өсөн көрәшә.
Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу Башҡортостандың хәҙерге тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. 11 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24” һәм “Вся Уфа” телеканалдары сараның трансляцияһын тура эфирҙа күрһәтә.
Фото: Интернеттан.