

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, концерттар Ҡазан, Пенза, Һарытау, Елань һәм Вольск ҡалаларында ойошторола. Агитбригадаларға республика, ҡала һәм район мәҙәниәт учреждениеларының хеҙмәткәрҙәре, билдәле артистар Рәмил Бадамшин, Азат Биксурин, Алена Завьялова, Тимур Рамазанов, Карина Низамова, Эдуард Хөснөтдинов, "Zainetdin” һәм "Дәрүишхан" төркөмдәре ингән.
"Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының төп мәҙәни әхлаҡи-рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса эше хәҙер айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҙәниәт һәр ҡатмарлы заманда ла рухты нығытҡан һәм кешеләрҙе батырлыҡҡа илһамландырған", - тине министр.
Фото: bashinform.ru