Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Октябрь 2022, 11:56

Эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсия күләме инфляциянан юғарыраҡ индексланасаҡ

Киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары инфляциянан 2,6 процент пунктҡа юғарыраҡ индексланасаҡ. Бының турала Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов белдергән.

«Фонд бюджетының формалашҡан сығымдары 2023 йылдың 1 ғинуарынан һәм 2024 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары күләмен уртаса алғанда 1 мең һумға арттырырға мөмкинлек бирә. Был 2022 йылдың 1 июнендә үткәрелгән индекслауҙы иҫәпкә алып пенсияның инфляция кимәленән артыуын тәьмин итә. Һөҙөмтәлә бергә ҡушылған индексация инфляциянан 2,6 процент пунктҡа артасаҡ«,
тип еткерә чиновниктың фекерен РИА Новости.
Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас