Социаль өлкә
14 Октября 2022, 10:17

Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорай

Рәсәй Мәғариф министрлығы ил хөкүмәтенә уҡытыусыларҙы өлөшләтә мобилизациянан кисектереп тороу тураһында үтенес ҡағыҙын юлланы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорайМәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорай
Мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙы мобилизацияламаҫҡа һорай

Бының турала ведомство министры урынбаҫары Андрей Корнеевҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә. Аныҡлап әйткәндә, өлөшләтә мобилизация талаптарына тап килгән бөтә уҡытыусылар тураһында һүҙ бара.

«Хөкүмәткә тейешлесә үтенес ҡағыҙын ебәрҙек, хәҙер уның ҡарарын көтәбеҙ һәм быны бар яҡтан таратасаҡбыҙ», - тип ТАСС Корнеевтың әйткәнен килтерә.

Автор:Эльвира Хамзина