

Рәсәйҙең иллеләп төбәгенән 350-нән күберәк ҡатнашыусы 34 компетенция буйынса ярыша. Өфө урман хужалығы техникумына ҡараған лимонарийҙа һигеҙ кеше ландшафт дизайны буйынса үҙҙәрен һынаны. Ҡазан, Омск, Һамар, Абакан ҡалаларынан барлығы һигеҙ кеше үҙ оҫталығын күрһәтте.
Ярыштарҙы асыу сараһында республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Өфө урман хужалығы директоры Азат Абдуллин, Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова һәм башҡалар ҡатнашты.
Һамар ҡалаһынан ым-ишара менән тәржемә итеүсе Александра Воропаева Илья Гороховский, Илья Касимов, София Погребняк менән чемпионатҡа килгән. “Улар – Н. Кузнецов исемендәге Һамар технологик колледжы студенттары. Тырыштар, уңғандар. Уңыш йылмайыр тип ышанам”, - тине ул.
Абакандан килгән Михаил Лидер ярыштарға старт бирелгәс үк үҙенең оҫталығын, етеҙлеген күрһәтте һәм башҡаларҙан бер аҙ алға сыҡты, ҡалғандар уға эйәрҙе. Ошондай чемпионаттарҙа ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәрен күрһәтә лә инде. Был иһә уларға киләсәктә күңелең ятҡан һөнәрҙәренә эйә булырға, тормошта үҙ юлын табырға мөмкинлек бирә.
Фото: "Башҡортостан" гәзитенән.