Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Октябрь 2022, 10:24

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

"Урал" машинаһы тулы утын. Уҫманғәленән Луиза Ҡотлогилдина йорто утын менән йылытыла. Ғаилә ҡышҡылыҡҡа тулыһынса әҙерләнеп өлгөрмәй, төп ярҙамсылары - улдары Фирғәт мобилизациялана.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Хужалар утынлыҡ ағасты һатып алып, йорт алдына ауҙарта. Ә Инйәр ауыл хакимиәте ағасты бысып биреүҙе ойоштора. ...Һәм был урындағы муниципалитеттың резервсыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән һуңғы ғына ярҙамы түгел. Районда 20-ләп ауылды үҙ эсенә алған Инйәр ауыл хакимиәтенән өлөшләтә мобилизацияға Ноҡат, Уҫманғәле һәм Инйәр ауылдарынан ете ир-ат алына. Ауыл халҡы Ватан һаҡсыларының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп оҙатып ҡала.

Республика буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы ойошторолһа ла, районда был эште күпселеген ауыл хакимиәттәре атҡара. Ауыл хакимиәте үҙ нәүбәтендә мобилизацияланғандарҙың ғаиләләрендә булып, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеген белеште. Резервсының ғаиләһенә күпселек осраҡта көнкүреш ярҙамы кәрәк. Бигерәк тә, ауылда йәшәгәндәргә. Инйәрҙәр ҙә хакимиәттән утын, газ мәсьәләһе буйынса ярҙам итеп ебәреүҙәрен һорай. Мәҫәлән, күп балалы ғаилә йортона зәңгәр яғыулыҡ индерһә лә, ташлама менән файҙаланып өлгөрмәгән һәм бурыслы булып ҡалған. Инйәр ауыл хакимиәте ғаиләгә ярҙам итеп ебәреүҙәрен вәғәҙәләне.

Ауылдаштар Айназ, Айнур, Илшат Салауатовтар, Иршат, Марат Ғәйнуллиндар, Тимур Шәнгәрәев, Ғаяз Сөнәғәтов, Айрат Әҙелмырҙин, Фидан Усманов, Илфат Ғәлин, ауыл депутаты Рәил Хисмәтуллин мобилизацияға саҡырылған ауылдашы ғаиләһенә - әсәһе Луиза Сибәғәт ҡыҙы һәм үгәй атаһы Ришат Рафаил улына ихлас күңелдән ярҙам итергә килә һәм ике сәғәт эсендә утынды бысып та бирә. Хәҙер уны ярып, өйөп ҡуяһы ғына ҡалған.

Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡала округында эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән Фирғәт саҡырыу ҡағыҙын алыу менән, хәрби бурысын үтәргә юлланған. Хәҙер Ҡазанда хәрби әҙерлек үтеүсе 31 йәшлек ир-егет йорт-ҡура тирәһендә теүәлләнмәй ҡалған эштәре өсөн борсолмаһа ла була.

Ауыл магазинында һатыусы булып эшләгән Луиза Сибәғәт ҡыҙы ла ауылдаштарының ярҙамына ҡыуана.

- Улым булғанда, әлбиттә, көнкүреш эштәрен күптәнән атҡарып сыҡҡан булыр инек тә бит... Урындағы хакимиәт етәкселеге хәл-торош менән танышып киткәндән һуң, ауылыбыҙҙың ир-егеттәре килеп утыныбыҙҙы бысып та китте, уларға рәхмәт инде, - ти резервсының әсәһе.

Өлөшләтә мобилизацияға алынғанға тиклем Фирғәт Ҡотлогилдин "Белорет йылылыҡ селтәрҙәре"нең Инйәр участкаһында эшләй. Әле ул яҡташтары - белореттар менән Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Тыуған яғынан килгән гуманитар ярҙамды алып ҡыуанған улар.

"Барыһы ла яҡшы. Көн дә күнекмәләр үтәбеҙ. Туҡланыу, йәшәү ҙә тейешле кимәлдә ойошторолған", - ти буласаҡ яугир. Октябрь аҙағында улар махсус хәрби операцияға юллана.

Ошо көндәрҙә Луиза Ҡотлогилдина туғандары менән Ҡазанға ла барып ҡайтты. Һеңле-килендәре менән ҡамыр аштары бешереп, башҡа тәм-томдар килтереп яҡташтарын һыйланы. Башҡа егеттәрҙең ата-әсәләре, туғандары биргән күстәнәстәрен дә тапшырҙы. Иң мөһиме - улын күреп һөйөндө.

Республика бер ай элек «Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшен башланы.

Ул Башҡортостан Башлығы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды. Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылды.

Ирекмәндәр штабы әүҙемдәре адреслы ярҙам күрһәтә. Шул иҫәптән, тәү сиратта, кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡтүлек һәм дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итә.

Белоретта ла бындай Ирекмәндәр штабы булдырылды. Штабтан белдереүҙәренсә, мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре, яҡындары күпселеген юридик ярҙам буйынса мөрәжәғәт итә. Документтар, төрлө субсидиялар, социаль түләүҙәр юллау, матдиярҙам, газификация кеүек һорауҙарменән шылтыраталар. Ирекмәндәр мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарына аныҡ яуаптар биреү өсөн башҡ аведомство, муниципалитет менән һәр ваҡыт бәйләнештә.

- Беҙ барлыҡ ижтимағи ваҡиғаларға йәлеп ителгәнбеҙ. Пандемиямәлендә лә ирекмәндәр халыҡҡаярҙам итте, дарыу, аҙыҡ-түлек таратты, Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы, хәҙер мобилизацияланған ир-егеттәрҙең яҡындарының көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәбеҙ, - тинеләр Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының урындағы бүлексәһе ирекмәндәре.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: