Ул туристарҙың электрон юлламаларҙың берҙәм мәғлүмәт системаһында булған мәғлүмәттәрҙе алыуға хоҡуғы тураһында положение менән тулыландырылған. Ошондай мәғлүмәттәрҙе биреү тәртибе һәм ваҡыты Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған системаның эш итеү ҡағиҙәләре менән билдәләнгән. Законға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған, тип хәбәр республика парламентының матбуғат хеҙмәте.
Федераль ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәргә ярашлы, туроператорҙар һәм турагенттар туристик продуктты электрон юллама формалаштырмайынса һәм электрон путевкаларҙың берҙәм мәғлүмәт системаһына уның тураһында мәғлүмәттәрҙе индермәйенсә һата алмай. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, был тәртип туроператорҙар һәм турагенттар эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итә.