Социаль өлкә
27 Октября 2022, 16:53

Республикала өлөшләтә мобилизация тамамланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә төрлө һорауҙар ҡарала. Радий Фәрит улынан өс бала әсәләре ирҙәрен өлөшләтә мобилизациянан азат итеү тураһында һораны.

Республикала өлөшләтә мобилизация тамамландыРеспубликала өлөшләтә мобилизация тамамланды
Республикала өлөшләтә мобилизация тамамланды

Радий Фәрит улы белдереүенсә, әле ошондай 200 самаһы ир ҡайтарылған. Улар урынына алмаш ебәрелгән.

– Өс бала аталарын ҡайтарыу буйынса федераль үҙәк ҡарары бар, тимәк, улар ҡайта, дүшәмбенән был эш бара, – тине Радий Фәрит улы.

Ул шулай уҡ, Башҡортостан федераль үҙәк ҡуйған өлөшләтә мобилизация үткәреү бурысын үтәне, тине.

– Хәҙер беҙҙең бурыс – уларҙың ғаиләләренә, балаларына ярҙам итеү. Бөтә район һәм ҡалалар етәкселәре, республика Хөкүмәте был эште башланы. Хәрби бурысын үтәгәндәр борсолмаһын – ғаиләләре ҡараулы буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы.

Шулай уҡ етәксенән ҡайһы бер чиновниктарҙың, шул иҫәптән Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановтың үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китеүе тураһында һоранылар.

– Кемделер һуғышҡа этәреү - ҙур гонаһ, мин уны үҙ өҫтөмә алманым. Азат Бадрановты ла тәүҙә был уйынан кире ҡайтарырға тырыштым. Ул миңә ике тапҡыр килде. Был Азаттың үҙенең ирҙәрсә ҡарары ине. Билдәле булыуынса, ике бәләкәй балаһы ла бар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдергән ир-егеттәребеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, Азат Шамил улы мотлаҡ М. Шайморатов исемендәге доброволецтар батальонына барырға теләгән. Тап шунда үҙен кәрәк тип иҫәпләгән. Ошо арала уның хәрби әҙерлеге тамамлана һәм махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас