Уның һүҙҙәренсә, республика йәмәғәтселәре Башҡортостандың төп символдарының береһенең яҙмышы өсөн хафалана.
«Был минең өсөн үтә нескә, яуаплы мәсьәлә, — тине Радий Хәбиров. — Һәйкәлде, һис шикһеҙ, реконструкцияларға кәрәк. Йәмғиәттә был мәсьәлә бер нисә тапҡыр тикшерелде. Архивтан һәйкәлде төҙөү процесы хаҡында документтарҙың күсермәләрен һорап алдыҡ, сөнки ул бик ҡатмарлы проект. Әлеге ваҡытта подрядсы эҙләп таптыҡ, 2023 йылдың мартына һәйкәлде реконструкциялау проектын алырбыҙ тип ышанабыҙ».
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бәлки, һәйкәлде алырға тура килер.
«Ул саҡта Өфөнөң 450 йыллығын һәйкәлһеҙ ҡаршы алырбыҙ тигән хәүеф бар. Беҙгә йәмәғәтселек менән берлектә баланс табырға кәрәк, был мөһимерәк. Әммә әлегә минең ҡулымда проект документтары юҡ, шуға күрә ваҡыт еткәс, ҡарарҙы бергәләп ҡабул итербеҙ», — тине республика етәксеһе.