Республикала үткәрелгән реабилитация индустрияһының күләмле сараһында 30-ҙан ашыу дискуссия майҙансығы эшләйәсәк.
Түңәрәк өҫтәлдәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә Рәсәйҙең 7 төбәгенән 70 ашыу спикер сығыш яһар тип көтөлә. Проекттың маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы социаль интеграциялау, белем һәм һөнәри яҡтан үҫтереү, сәләмәтлектәре сикләнгән өлкәндәр һәм балаларҙы комплекслы абилитациялауға шарттар тыуҙырыу.
Форумда 70-тән ашыу модератор эшләйәсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар йәмәғәт ойошмалары тәжрибәһе, реабилитация, абилитация мөмкинлектәре өйрәнеләсәк. Төбәк-ара форум беренсе тапҡыр үткәрелә. Унда Рәсәйҙең 12 ҡалаһы ҡатнашырға заявка биргән. Өс көндә һөҙөмтәле эшләп, инвалидтрҙы тормошҡа яраҡлаштырыуҙағы яңы асыштар, мөмкинлектәр өйрәнеләсәк. Башҡортостан был форумды юғары кимәлдә үткәрер, тип ышанам.
Ирек Зарипов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, дүрт тапҡыр ҡышҡы паралимпия уйындары чемпионы.