– Кеше үҙен бөтә тармаҡта ла кеше итеп тойһон, фәндә, мәҙәниәттә, спортта һәм башҡа йүнәлештәрҙә мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алһын өсөн, тағы бер бурыстарҙың береһе – уңайлы социаль мөхит булдырыу. Белеүегеҙсә, республика спорттың Паралимпия төрҙәре өсөн спортсылар әҙерләү үҙәге булып тора. Рима Баталова 1992 йылда Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында алтын миҙал яулаған тәүге спортсы һанала. Тап ул Рәсәй Президенты Владимир Путинға спортсылар әҙерләүсе үҙәк кәрәк, тигән мөрәжәғәт менән сығыш яһағайны. Әле Республика спорт әҙерлеге үҙәге уның исемен йөрөтә, – тине Радий Хәбиров форумдағы сығышында.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан ошондай кешеләргә бай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Улар араһында инвалид булып та, рух ныҡлығын юғалтмаған Рөстәм Нәбиев, ДЦП диагнозлы ҡыҙыҡай Милана Буркина ла бар. Бер аҙна элек Милана “Беҙҙең заман геройы” фестиваленең федераль премияһы лауреаты булды. Пленар ултырыш ваҡытында Радий Фәрит улы ҡыҙҙың ҡаһарманлығы менән һоҡланыуын йәшермәне, уға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.