Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Ноябрь 2022, 17:15

«Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы — 2023» республика конкурсы башлана

Башҡортостанда «Иң матур яңы йыл ҡаласығы — 2023» республика конкурсы башлана.

«Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы — 2023» республика конкурсы башлана
«Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы — 2023» республика конкурсы башлана

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Ҡатнашыу өсөн хакимиәттәргә муниципаль йәки йорт яны биләмәһендә иң яҡшы объектты һайлап, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ғариза ебәрергә кәрәк, тине ул.

Конкурс «Өфө ҡалаһы райондарында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ҡала округтарында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ҡала биләмәләрендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ауыл биләмәләрендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» һәм «Күп фатирлы йорт биләмәһендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» номинациялары буйынса ойошторола.

Жюри ағзалары үҙенсәлекле биҙәлеште, яҡтылыҡ элементтары һәм иллюминация ҡулланыуҙы, яңы йыл шыршыларын, скульптура композицияларын, боҙ һындарын һәм тауҙарын, әкиәт персонаждарын, байрамса биҙәүҙе баһалай.

Фото: 9111.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: