Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Ноябрь 2022, 12:09

Етем балаларға пособиелар 10 процентҡа арта

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Опекундарға (попечителдәргә) бала ҡарау өсөн аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» Башҡортостан Республикаһы законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте. 

Етем балаларға пособиелар 10 процентҡа арта
Етем балаларға пособиелар 10 процентҡа арта

Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

2023 йылдың 1 ғинуарынан балаларҙы тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособиелар күләме 10% арттырыла. Быйыл пособиелар индексацияланманы, ә быға тиклем 4% арттырылғайны.

Шулай итеп, өс йәшкәсә бала ҡараған өсөн пособие – 7143 һумдан 7857 һумға, өс йәштән өлкәнерәктәр өсөн иһә 6868 һумдан 7555 һумға тиклем арта. Аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балаларға арттырылған пособиелар ҙа 10% индексациялана. Өс йәшкәсә балаға – 9428 һумғаса, өс йәше тулған балаға – 9066 һумға хәтлем

Парламент рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, законды ғәмәлгә ашырыу өсөн 100 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Был сараларҙы финанслау кисә депутаттар беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән «2023 йылға һәм 2024-2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» закон проектында ҡаралған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: