Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Ноябрь 2022, 10:31

Коронавирустың яңы штамын — «цербер»ҙы йоҡтороу осраҡтары теркәлгән

Рәсәйҙә коронавирустың ике яңы варианты  — «цербер» штамы асыҡланған, тип хәбәр итте федераль Роспотребнадзор. Ул ныҡ йоғошло булыуы менән айырылып тора.

Коронавирустың яңы штамын — «цербер»ҙы йоҡтороу осраҡтары теркәлгән
Коронавирустың яңы штамын — «цербер»ҙы йоҡтороу осраҡтары теркәлгән

«Рәсәйҙә вирустың яңы варианттары BQ. 1 һәм BQ. 1.1 («цербер») осраҡтары теркәлгән. Улар ковидтың башҡа варианттарына ҡарағанда йоғошлораҡ», — тип билдәләнеләр федераль ведомствола.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә эпидемиологик процесс әүҙемләшә. Илдең 20 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә (+30,9%) һәм Мәскәү өлкәһендә (+4,3%) коронавирус йоҡтороусылар күбәйә. Ковид менән сирләүселәр араһында дауахананан тыш пневмония осраҡтары һуңғы айҙа 1,9 проценттан 2,9 процентҡа тиклем артҡан, был да хәүеф тыуҙыра.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: