Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Ноябрь 2022, 17:15

Ковид менән ауырыусылар күбәйә

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 185 яңы осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ковид менән ауырыусылар күбәйә
Ковид менән ауырыусылар күбәйә

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 335 меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләгән.

«Әлеге ваҡытта 187 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың күбеһе — ололар. Ике меңдән ашыу пациент өй шарттарында дауалана. Уларҙың 660-ҡа яҡыны—  60 йәштән өлкәндәр», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Тәүлек эсендә 308 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып 326,7 мең тирәһе кеше һауыҡҡан.

Халыҡҡа прививка яһауға килгәндә, бөгөнгә республикала 3,255 миллион самаһы кеше вакцинаның ике компонентын да алған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: