Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Ноябрь 2022, 17:34

Радий Хәбиров Башҡортостанда 114 милләт кешеһенең нисек дуҫ йәшәүе хаҡында һөйләне

Башҡортостанда һоҡланғыс милли субмәҙәниәт барлыҡҡа килгән, беҙ уны ҡәҙерләйбеҙ, ғорурланабыҙ, тине Радий Хәбиров ОТР каналы эфирында. Федераль каналда Башҡортостан Республикаһы көнө бара, бөгөнгө тапшырыуҙар беҙҙең республикаға арналған.

Радий Хәбиров Башҡортостанда 114 милләт кешеһенең нисек дуҫ йәшәүе хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров Башҡортостанда 114 милләт кешеһенең нисек дуҫ йәшәүе хаҡында һөйләне

Алып барыусының Башҡортостанда төрлө милләт кешеләренең нисек дуҫ йәшәүе тураһында һорауына Радий Хәбиров былай тип яуап бирҙе:

«Әгәр Рәсәй күп милләтле ил икән, Башҡортостан тағы ла күберәк милләтле төбәк, тип әйтергә мөмкин. Беҙҙәге халыҡтың 36% — рустар, 29,5% — башҡорттар, 25,4% — татарҙар, 2,7% — сыуаштар, 2,6% — мариҙар, 1% —  украиндар, 0,5% — удмурттар һәм мордвалар. Иң күп милләттәр Дағстанда ғына— унда 38 этник төркөм.

Беҙҙә тағы ла 100 милләт вәкиле бар. Үҙ-ара татыубыҙ. Кешеләрҙең үҙҙәрен намыҫһыҙ тотҡан осраҡтары ла булғылай, әлбиттә, ләкин улар көнкүрешкә бәйле.

Өҫтәүенә беҙҙә ике төп дин — православие һәм ислам. Ҡатнаш никахтар бик күп. Хатта туй йолалары ла буталып бөткән. Ошо үҙенсәлекле субмәҙәниәтте ҡәҙерләйбеҙ, уның менән ғорурланабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: