Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Ноябрь 2022, 13:49

Ҡайһы бер ишле ғаиләләргә 50-шәр мең һум аҡса түләнә

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 30 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостан Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Ҡайһы бер ишле ғаиләләргә 50-шәр мең һум аҡса түләнә
Ҡайһы бер ишле ғаиләләргә 50-шәр мең һум аҡса түләнә

Бүләкләнеүселәр араһында — Баймаҡ, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Бәләбәй, Бөрө, Бөрйән, Дәүләкән, Дыуан, Ишембай, Ҡыйғы, Мәләүез, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Учалы, Саҡмағош райондарынан, Нефтекама, Күмертау һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар. Миҙал алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың тулы исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Бүләкләнеүселәр араһында Динара Зәки ҡыҙы Һәҙиәтуллина ла бар. 

Миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо йылдар эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: