Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Ноябрь 2022, 15:49

Уҡыу алдынғылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала Яңы 2023 йылды байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 

Уҡыу алдынғылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырыла
Уҡыу алдынғылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырыла

Тейешле документ рәсми мәғлүмәт порталында баҫылған.

Республикала хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Рөстәм Моратов рәйеслегендә яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө. Ойоштороу комитетына республикала Яңы 2023 йылды байрам итеү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.

22 декабрҙә Республика яңы йыл шыршыһы була. Уға Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье өлкәһе, Херсон өлкәһе, Украина биләмәләрендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар саҡырыла. Уларҙың барыһына ла яңы йыл бүләктәре тапшырыла.

Башҡортостанда Республика Яңы йыл шыршыһында ҡатнашҡан балаларға өс көнлөк ял ойошторола. Яңы йыл бүләктәренән тыш, һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтелә.

Барлыҡ мәҙәни саралар санитар нормаларҙы теүәл үтәп ойошторола. Яңы йыл каникулдары ваҡытында яңы йыл саралары уҙғарылған урындарҙа табиптар, Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итергә тейеш.

Республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре мәғариф ойошмаларында һәм мәҙәниәт учреждениеларында, майҙандарҙа яңы йыл байрамы сараларын әҙерләй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: