+1 °С
Болотло
Хакимиәт етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте юғары квалификацияны, яуаплылыҡ һәм көслө характерҙы талап итә, тине. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән белгестәргә һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалғандары, көсөн, ваҡытын, белемен йәлләмәгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Ольга Владимировна Хәйруллинаға һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты тапшырылды.