Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ноябрь 2022, 11:21

1 декабрҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта

2022 йылдың 1 декабрендә илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар индексациялана.

1 декабрҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта
1 декабрҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ арта

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 14 ноябрендәге 2053-сө ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр уртаса 9% арта.

1 декабрҙән Башҡортостанда электр энергияһына хаҡ уртаса 9% күтәрелә, газға иһә 8,5%. Һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, йылытыу, сүп-сар сығарыу хеҙмәттәре лә ҡиммәтләнә, ләкин 9% артырға тейеш түгел.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең тарифтарҙы индексациялау ваҡытын 2023 йылдың 1 июленән 2022 йылдың 1 декабренә күсереү тураһында ҡарары илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙлөкһөҙ эшен һәм инфраструктураһы үҫешен тәьмин итеү, халыҡҡа сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү кәрәклеге менән аңлатыла.

Бынан һуң тарифтар 2024 йылдың 1 июленә тиклем индексацияланмай.

Фото: vesti1.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: