Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ноябрь 2022, 16:26

Берҙәм эш һөҙөмтә бирә

Асыла төҙөкләндереү эштәре әүҙем алып барыла.

Берҙәм эш һөҙөмтә бирә
Берҙәм эш һөҙөмтә бирә

Тәү сиратта һыу үткәргесте ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә хәл ителде. Һыу резервуары урынлашҡан бина йылытылды. Ауыл хакимиәте иҫәбенә материал һатып алынып, колонка йылытылды.  Хакимиәт тракторы менән тупраҡ килтерелеп, колонканың тирә-яғы тигеҙләтелеп, ул йылытыу материалы менән уратып алынды.  Барлыҡ эштәр ҙә берҙәм  ауылдаштар ярҙамы менән  башҡарылды.

Шулай уҡ, район хакимиәте иҫәбенә мәктәп янында Т-7 светофоры ҡуйылды. Хәҙер йымылдаҡ һары ут  водителдәргә йәйәүлеләр үткәүеле барлығын иҫкәртә.

Ҡышын  хоккей уйнарға, конькиҙа шыуырға теләүселәрҙең  мәнфәғәтен ҡайғыртып, хоккей ҡабын яҡтыртыу өсөн асылар үҙ көстәре менән бағана ла ултыртты һәм  яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ.

Сафтан сыҡҡан дүрт контейнерҙың тәгәрмәстәре алыштырылды. 
Ауыл хакимиәтенең һәм  халҡының берҙәм эше яҡшы һөҙөмтәләр бирә.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: