Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ноябрь 2022, 16:07

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта

2023 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 8 проценттан ашыуға арта.

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта
Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта

2023-2025 йылдарға федераль бюджетта ошо һәм башҡа социаль күрһәткестәр һалынған, тип хәбәр итә ТАСС Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановҡа һылтанма менән.

«Киләһе йылда пенсия 1 мең һумға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы иһә 8 проценттан ашыуға арта», — тине министр.

Хәрбиҙәргә килгәндә, барыһы ла ҡабул ителгән ҡарарҙар сиктәрендә бара, тип билдәләне Силуанов.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: