Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ноябрь 2022, 17:19

Өҙөклөктәр булмаҫ

Верхнебельскийҙа һыу йыйыу башняһын ремонлау эштәре башҡарылды.

Өҙөклөктәр булмаҫ
Өҙөклөктәр булмаҫ

Ҡырҡ йыл элек төҙөлгән башня һәм һыу үткәргескә ремонт даими талап ителә. Һыу үткәргес селтәрҙәре 2358 метр тәшкил итә һәм ауылды хеҙмәтләндерә. Ә был инде 150 хужалыҡ тигән һүҙ.

Ремонт барышында бинаның ҡыйығы, тимер һауыттары 10 куб.м. күләмендә һыу һыйҙырышлы пластиктарына алыштырылды, полиэтилен торбалалар урынлаштырылды. Бина эске яҡтан йылытылды, нигеҙе, кәрнизе яңыртылды.   
Ремонт район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылды һәм эштәрҙе подрядсы, шәхси эшҡыуар “Баклыков” йәмғиәте атҡарҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: