Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Декабрь 2022, 09:38

Яугирҙарға – тимер мейестәр

Белорет эшҡыуары Сергей Маркин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн 8 тимер мейес яһаған.

Яугирҙарға – тимер мейестәр
Яугирҙарға – тимер мейестәр

Тимер мейестәр башҡа гуманитар ярҙам менән мобилизацияланған белореттарға тапшырылған да инде. 1,5 тонна ауырлыҡтағы йөктө Белорет утары атаманы Андрей Копьев ярҙамсылары менән 428-се полкка алып барҙы.
Станица казагы Сергей Маркин производствоһында хәрби өлгөләге һүтеп йыйылған буржуйка мейесте үҙе эшләй. Бындай мейестәр, бигерәк тә, ҡышын, яҡташтарыбыҙға палатканы йылытыу, аш-һыу әҙерләү, поход мунсаһы эшләү өсөн уңайлы. Төп өҫтөнлөгө –мобиллелектә. Мейестәр еңел йыйыла һәм күсереп йөрөтөүе лә уңайлы. Торбалар менән тулыландырыуҙа Дмитрий Добрынин ярҙам итә.  

Әле оҫта республика батальондары өсөн тағы ла алты тимер мейес әҙерләй.

Сергей Маркин эштәре Белоретты ла биҙәй. Ул тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы алдындағы “Ваҡыт таҫмаһы” ҡоймаһын эшләгән. Күптән түгел һыу башняһында металл китап формаһында мәғлүмәт стенды эшләүе билдәле.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: