Белорет аниматорҙары поезды ҡаршы алырға килгәндәргә өшөп торорға ирек тә бирмәне. Балалар, ата-әсәләр бейеп, уйындар уйнап та өлгөрҙө. Ниһайәт, алыҫтан поезд тауышы ишетелде. Барыһы ла перронға ашҡынды. Байрамса биҙәлгән, төрлө төҫтәге гирляндалары менән балҡып торған экспресс-поезд әллә ҡайҙан уҡ күренеп, тылсымлы көй аҫтында килеп туҡтаны. Ҡыш бабайҙың тоғро дуҫтары белореттарҙы сәләмләп, тамашаны башлап та ебәрҙе. Ҡар бабайы, ҡуяндар башҡа әкиәт персонаждары йыйылыусыларҙың күңелен күрҙе. Перронға Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай сыҡҡас, балалар тағы ла йәнләнеп китте. Тылсымсыға балаларҙың хаттары ла тапшырылды.
7 декабрҙә Ҡыш бабай поезын өфөләр ҡаршы алды. Бөйөк Устюгтан юлға сыҡҡан поезд Байкал-Амур магистралендәге, Транссебер тимер юлындағы, Рәсәйҙең Үҙәк һәм Төньяғындағы 131 ҡала аша үтеп, барыһына ла шатлыҡ-ҡыуаныстар, кәйеф өләшеп, 8 декабрҙә Белоретҡа килеп етте.
Уның сәйәхәте Иҫке Яңы йылда тамамлана. Тәүге туҡталыш Иркутск өлкәһенең Тайшет ҡалаһында 29 октябрҙә булһа, Яңы йылды төп тылсымсы Бөйөк Новгородта ҡаршылай. Поезд Бөйөк Устюгҡа 15 ғинуарҙа ҡайтып етәсәк. Шул рәүешле, Ҡыш бабай командаһы Бөйөк Устюгтан Владивостокҡа тиклем барып кире әйләнеп ҡайта. Поезд Рәсәй тимер юлдары буйлап 33 мең саҡрымдан ашыу юл үтә.
Поезд 19 вагондан тора. Ҡыш бабайҙың күсмә резиденцияһы - ҡабул итеү бүлмәһе салоны, вагон-сәхнә, уйындар һәм квестар өсөн “Әкиәт ауылы” вагоны, вагон-ресторандар, кибеттәрҙән торған байрамса биҙәлгән махсус поезд.
Быйылғы Ҡыш бабай поезы Куйбышев тимер юлының һигеҙ станцияһында туҡталыш яһай. Яр Саллы, Өфө, Белорет, Һамар, Сызрань, Ульяновск, Саранск һәм Пенза ҡалалары балалары төп тылсымсының дуҫтары менән уйнап, йырлап-бейеп, йомаҡтар ҡойоп, ҡышҡы әкиәт донъяһына сумып ҡына ҡалмай, ҡайһы бер ҡалаларҙа күсмә резиденция менән яҡындан танышыу, төньяҡ кухняһының аш-һыуынан ауыҙ итеү мөмкинлеге лә ҡаралған.
Бер йыл элек Ҡыш бабай Рәсәй ҡалалары буйлап тәүге ҡышҡы сәйәхәтен ойошторғайны. Был Рәсәй тимер юлдары һәм Вологда өлкәһе хөкүмәте тарафынан ойошторолдо. Сәйәхәт 5 декабрҙә башланып, 36 ҡалала булғайны. Балалар байрам итте. Тәүге тапҡыр Башҡортостанға әкиәт иленән иң көткән ҡунаҡ – Ҡыш бабай килде. Балаларҙың шат йылмайыуынан, ҡунаҡсыллығыбыҙҙан иреп китмәһен өсөн беҙ уны ысын башҡорт ҡышы менән ҡаршы алдыҡ. Уға Башҡортостан бик оҡшаясаҡ һәм йыл да ҡунаҡҡа килеп, яңы йыл кәйефе өләшер. Ә был беҙгә бик кәрәк!