Декабрҙең икенсе декадаһында Аҙналы мәктәбендә I-IX кластар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде. Йыл аҙағы булыуға, мәшәҡәттәр ҙә артыуға ҡарамаҫтан, башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәзизә Әхмәтшина һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфирә Арҫланова уҡыусылар менән туған тел аҙналығын үткәреп ебәрҙе. Аҙналыҡтың һәр көнөндә башҡорт телен өйрәнеүгә, һаҡлауға, популярлаштырыуға арналған саралар уҙғарылды. Уҡытыусылар аҙналыҡты “Башҡортостанды беләһеңме?” тигән викторина менән тантаналы башлап ебәрҙе. Республика тарихы, уның данлыҡлы шәхестәре, яу һәм хеҙмәт батырҙары, сәнғәт кешеләре, район тарихы, ер-һыуы буйынса һорауҙарға уҡыусылар ҙа аныҡ һәм тулы яуап бирергә тырышты, уҡытыусылары аша белемдәрен тағы ла тулыландырҙы.
Икенсе сара поэтик флешмоб кимәлендә үтте. Аҙналыҡта ҡатнашыусылар Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырына флешмоб үткәрҙе.
Баланың рухи донъяһы - ул уйындар, әкиәттәр, музыка, фантазия, ижад донъяһында йәшәгәндә генә тулы ҡиммәтле була. Унһыҙ ул - кипкән сәскә, тигән бөйөк педагог В. Сухомлинский. Уҡытыусылар ҙа ошо хаҡ һүҙҙәрҙе иҫәптә тотоп, аҙналыҡта милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға урын бүлде. “Аҡ тирәк - күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Йөҙөк һалыш” кеүек башҡорт халҡының милли уйындары күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән инде был уйындар онотола төшкән. Тәжрибәле уҡытыусылары Ғәзизә Мөжәүир ҡыҙы һәм Әлфирә Шакирйән ҡыҙы ярҙамында балалар онотола барған милли уйындар менән танышып ҡына ҡалманы, күмәкләшеп уйнаны ла. Бынан тыш, уҡыусылар башҡорт халыҡ әкиәттәрен дә тыңланы.
Мәктәптең “Иң грамоталы уҡыусы”лары диктант ярҙамында билдәләнде. V кластан Камилла Ишмакова һәм IX кластан Рәмис Лоҡманов башҡорт теленән диктантты “яҡшы” билдәһенә яҙҙы. Уҡыусылар “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тигән темаға презентацияларын яҡланы.
Шулай ҙа Аҙналы мәктәбе уҡыусыларына аҙналыҡтың “Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?” тигән темаға алып барылған "түңәрәк өҫтәл" оҡшағандыр. Уларға исемдәренең мәғәнәһен, ике исемдең ҡайһы осраҡта ҡушылыуын аңлатырға, хатта тикшеренеү эштәре лә алып барырға тура килде. Башҡорт теле аҙналығында әйтешмәктәр, тиҙәйт-кестәр әйтергә лә, йомаҡтар ҡойорға ла, мәҡәлдәрҙе өйрәнергә лә махсус көн бүленде. Аҙналыҡ 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә музыкаль сара менән тамамланды.
Шулай уҡ мәктәптә кабинеттарҙы биҙәү буйынса конкурс үтте. Һәр кабинет башҡорт рухын уятырлыҡ стендтар, стенгазеталар менән биҙәлде. Башҡорт мөйөшө булдырылды.