Әле лә һәр ауылда ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән посылкалар әҙерләү дауам итә. Кемдер йылы әйберҙәр әҙерләй, ойоҡ-бирсәткәләр бәйләй. Абҙаҡтар ҙа ил һаҡсыларына йәшник-йәшник күңел йылыһын сәләм итеп ебәрҙе.
Абҙаҡтың Ағинәйҙәр ойошмаһы, "Хазина" фольклор төркөмө ансамбле, ветерандар советы (рәйесе Рәфҡәт Нәжметдинов) "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылып, мобилизацияланған яугирҙарыбыҙға ярҙам итеп, изге эштә үҙ өлөшөн индерҙе. Инәйҙәрҙең күңел йылыһын ҡушып бәйләгән ойоҡтары, гигиена һәм медицина кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек һәм аҡса йыйылды.
- Ошо сарала ҡатнашҡан ауылдың хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙары - Хәлимә Хазырова, Ғәлиә Әминева, Гөлшат Монасипова, Сәлимә Әхмәтйәнова, Әнисә Ғәзизова, Мәфрүзә Хызырова, Әнисә Хызырова, Венера Әхмәтова, Әнисә Хисаметдинова, Вәхиҙә Мәүлитшина, Роза Йомағужина, Гөлшат Нотфуллина, Лариса Сиражетдинова, Сәлиә Вәлиева, Гүзәл Цыпленкова, Гөлиә Әҙелмырҙина, Мәҙинә Шоҡобаева, Фәриҙә Таулыҡаева, "Юлдаш" магазины хужабикәһе Эльмира Аҡкучукова, ауыл депутаты Сәлих Хазыров һәм ветерандар советы рәйесе Рәфҡәт Нәжметдиновҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине ағинәйҙәр етәксеһе Вәсилә Хазиева.
"Йөрәк йылыһы" акцияһына Абҙаҡ мәктәбе һәм балалар баҡсалары, медицина хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡушылды. Улар берҙәм көс менән Ватан һаҡсыларына посылкалар йыйҙы. Уҡыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре яугирҙарға үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткаларына изге теләктәрен еткереп сәләм хаттары яҙҙы.
Абҙаҡтар мобилизацияланған ауылдашының ғаиләһенә утын килтереп биреүҙә лә ярҙам итте.
Ойоштороу сараһы әле лә дауам итә.