Социаль өлкә
23 Декабря 2022, 06:20

«Ете егет» телепроекты еңеүсеһе асыҡланды

«7 егет» телепроектының дүртенсе миҙгеле еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Төп бүләк — башҡорт тоҡомло ат Көйөргәҙе районынан Инсаф Йәмилевта. Тап ул күпселек һынауҙарҙы уңышлы үтте.

«Ете егет» телепроекты еңеүсеһе асыҡланды«Ете егет» телепроекты еңеүсеһе асыҡланды
«Ете егет» телепроекты еңеүсеһе асыҡланды

Тамашасылар һөйөүе призын Баймаҡтан Мираҫ Үҙәнбаев яуланы. Башҡортостан юлдаш телеканалының төп сайтында ойошторолған онлайн-тауыш биреүҙә 10 000-дән ашыу тамашасы ҡатнашты.

«7 егет» реалити-шоуы — үҙенсәлекле телевизион проект, уның геройҙары халыҡ кәсептәрен үҙләштереп кенә ҡалмай, ә ысын тормош мәктәбен үтә.

Телепроект мәҙәни традицияларҙы, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм пропагандалауға, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында, тыуған ергә һәм телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Быйыл проект дүртенсе тапҡыр тормошҡа ашырылды. Тапшырыуҙар аҙна һайын «БСТ» һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдарында күрһәтелә.

Реалити-шоуҙың финалын Яңы йыл төнөндә Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға була.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас