- Республика буйлап офистарҙың асылыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ентекле төҙөкләндерелгән, тейешенсә йыһазландырылған биналарҙа эшҡыуарҙарҙы ҡабул итеү өсөн бөтөн шарттар булдырылған. Бөгөн Белоретта асылған офиста ла район-ҡала кешеләре тулы күләмдә консультатив һәм башҡа ярҙам алыр, - тине тантанала Рөстәм Әхмәткәрим улы.
“Минең бизнесым” - Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәткән инфраструктура объекттарын берләштереүсе майҙансыҡ ул. Бында эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгән йәки ошо өлкәлә эш башларға йыйынған граждандар өсөн хеҙмәттәр комплексы тәҡдим ителә. Уның төп маҡсаты - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына мәғлүмәти, юридик һәм дәүләт ярҙамын күрһәтеү.
Әйткәндәй, бындай үҙәктәрҙә 150-нән ашыу дәүләт ярҙамы тормошҡа ашырыла. Ярҙам иһә “бер тәҙрә” принципы буйынса ғәмәлләшә. “Минең бизнесым” үҙәгенең яңы офисы Белорет ҡалаһы, Пушкин урамы, 40-сы йортта урынлашҡан.
Офис асыу тантанаһынан һуң шунда уҡ эшлекле осрашыу - “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ойошторолдо. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм урынлаштырыу менән шөғөлләнгән “Сервис-Уют” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте учредителе Василий Савчук Белорет ҡалаһында икенсе сират ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү проекты менән мөрәжәғәт итте. Уны ҡаланан көньяҡ йүнәлештә, Стәрлетамаҡ-Магнитогорск автоюлынан 800 метр алыҫлыҡта урынлаштырыу күҙаллана. Бөгөнгө көндә проектты әҙерләүсе “Техно Экос” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы менән килешеү төҙөлгән дә инде. Уны тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы талап ителә.
Бал һәм бал продукцияһын етештергән эшҡыуар Дмитрий Дубровский иһә туристик база төҙөү проекты өҫтөндә эш алып бара. Уның фекеренсә, туристар өсөн ҡунаҡ йорттарын, мунса, түмәр-солоҡ умартасылығын, дауаланыу өсөн апи-өйҙәрҙе үҙ эсенә алған комплекс һәр йәһәттән отошло һәм агротуризм үҫешенә мотлаҡ үҙ өлөшөн индерәсәк. Үҙ сиратында, Дмитрий Александрович та был йәһәттән грант алырға өмөтләнә.
Дөйөм алғанда, район-ҡалала үҙ бизнесын уңышлы ҡорған эшҡыуарҙар бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Симоновтар ғаиләһенең фирма магазинында Рөстәм Афзалов та булды. Бөгөнгө көндә улар урындағы фермерҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, һатып алыусыға үҙҙәре етештергән билмән, быҡтырылған ит- бутҡалар, колбаса, ыҫланған түш ите, шешлек һәм башҡа сифатлы, тәмле аҙыҡ-түлек тәҡдим итә. 2021 йылда Симоновтар хаҡлы ялдағыларҙы эш менән тәьмин ҡылған социаль эшҡыуарҙар булараҡ дәүләт ярҙамы алырға ирешкән. Константин Симонов киләсәктә грант арҡылы үҙҙәренең фермер хужалығын булдырырға ниәт тота.