Социаль өлкә
2 Ғинуар 2023, 12:09

Яңы йыл төнөндә 14 сабый тыуған

Башҡортостанда быйыл һигеҙ малай һәм алты ҡыҙ донъяға килгән.  

Яңы йыл төнөндә 14 сабый тыуғанЯңы йыл төнөндә 14 сабый тыуған
Яңы йыл төнөндә 14 сабый тыуған

“Сабый 2023 йылдың 1 ғинуарында 00.40 сәғәттә республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып тыуған.

Ҡыҙ һау-сәләмәт, 3240 грамм тарта, буй оҙонлоғо 51 сантиметр. Республиканың перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. 

Ҡыҙҙың ата-әсәһе – Нефтекаманан Айгөл һәм Денис Боковтар. Өлкән улдарына 3,5 йәш.

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда бөтәһе 14 сабый – һигеҙ малай һәм алты ҡыҙ тыуған”, – тип бүлеште үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас