+17 °С
Ясно


Республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы мәғлүмәте буйынса, туристарҙы бигерәк тә Оло Ирәмәл тауы ҡыҙыҡһындырған. «Ирәмәл» тәбиғәт паркына бер аҙнала 1 080 турист килгән.
Билдәлелек буйынса икенсе урынды «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләй, бында 388 кеше булып ҡайтҡан.
«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында— 311, ә «Еҙем»дә 100 турист рәсми теркәлгән.